День первокурсника. 1 ноября 2013

Беренсе ноябрҙа Санкт-Петербург ҡалаһында халыҡ ижады һәм ял итеү йортонда «Аманат» йәштәр ассоцияцияһы тарафынан «Тәүге курс студенты көнө» сараһы уҙғарылды. Был кисәгә башҡорт рухлы, үҙ милләтенә битараф булмаған күп йәштәр, олораҡ апай-ағайҙар йыйылды, улар беренсе курс студенттары һорауҙарына төплө яуаптар бирҙеләр. Рәсми өлөштән һуң ойоштороусылар «яңыларҙың» һәләттәрен асырға ярҙам иткән төрлө бәйгеләр үткәрҙеләр.

Шулай уҡ беренсе курс студенттарының «күстәнәсе»лә һәр береһенең күңеленә хуш килде, уларҙың дәртле флешмоб бейеүе кәйефтәрҙе күтәрҙе. Ойоштороусыларға һәм алып барыусыларға ижади эшләп, беҙҙе осраштырғандарына оло рәхмәтебеҙҙе белдергебеҙ килә.

автор: Гульназ Каримова
перевод на баш. язык: Раушания Рахматуллина

Все фотографииБМА Аманат

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *